0%

Рәхмәттәр биргән рәхәт(шиғыр). Р.Ниғмәтуллин

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Рәхмәттәр биргән рәхәт ( шиғыр )
автор Р.Ниғмәтуллин
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Рәхмәттәр биргән рәхәт


 Бөгөнгө көн Рәхмәт өсөн
 Башланды шундай рәхәт,
 Торҙо ла һыуға йүгерҙе —
 Әсәһе әйтте рәхмәт.
 Унан елеп ат килтерҙе,
 Атаһы әйтте рәхмәт,
 Тиҙ генә иҙән йыуышҡас,
 Апаһы әйтте рәхмәт.
 Биргәйне икмәк көсөккә,
 Иркәләп, һөйөп, Рәхмәт,
 Көсөк көлөп, әйтте рәхмәт,
 Рәхмәткә булды рәхәт.
 Тауыҡтар ҙа ем биргәндә:
 «Рәхмәт!» — тиеп йырланы,
 Бесәй ҙә, туйғас тамағы:
 «Рәхмәт!» — тиеп мырланы.
 Сыйырсыҡ та, оя ҡуйғас,
 «Рәхмәт!» — тиеп сырланы.
 Ҡаҙҙар, хатта өйрәктәр ҙә
 «Рәхмәт!» — тиеп ҙурланы.
 Быҙауын ҡыуғас, инәй ҙә,
 Бабай ҙа әйтте рәхмәт.
 Рәхмәткә булды күңелле,
 Рәхмәткә булды рәхәт.
 Ҡустыһына яһаны өй,
 Ә ул әйтмәне рәхмәт —
 Шунан әллә ҡайҙа осто
 «Рәхмәттәр» биргән рәхәт.

 


1988 йыл